Үлем хәүефе янағанда ла...03.03.2019
Белеүебеҙсә, ғинуарҙа Учалылағы ҡот осҡос атышта полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтов һәләк булды. Уны үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлау хаҡында билдәле булды.

Бындай тәҡдимде мәрхүмдең класташтары Азат Вәлитов һәм Зилә Ғәлләмова еткергән. Рәсәй Эске эштәр министрына яҙған хатҡа бик күптәр ҡултамға ҡуйған.

“Яҡташыбыҙ бындай орденға лайыҡ, сөнки ул үлем хәүефе алдында ла офицер намыҫына тоғро ҡалған, яҡындарын яҡлаған. Шундай ысын Кеше, ғәҙел һәм ҡыйыу ул тәрбиәләгән ата-әсәһе алдында баш эйәбеҙ. Батырҙың ғаиләһенә, дуҫтарына ҙур рәхмәт. Рәфис кеүек кешеләр – донъя тотҡаһы”, – тип яҙа “Учалинская газета” баҫмаһы.


Вернуться назад