Өфөләге бөгөнгө футбол матчынан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров стадиондан сығыуға уны мәктәп уҡыусылары һырып алды.– Әйҙәгеҙ, барыбыҙ бергә фотоға төшәйек, – тип тәҡдим иткәйне Радий Фәрит улы, әммә балаларҙың һәммәһе лә үҙ телефонын сығарҙы – бөтөнөһөнә лә селфи кәрәк.
Республика етәксеһе уҡыусылар менән ихлас аралашты. Балаларҙы айырыуса биш көнлөк уҡыуға күсеү ҡыҙыҡһындыра ине.
– Ҡайһы бер мәктәптәр 1 апрелдән үк йыйына, ҡалғандар – киләһе уҡыу йылынан, – тип аңлатты Радий Хәбиров.
– Ниһайәт, – тип ҡыуанысын белдерҙе уҡыусылар.
Фотосессия ун минут самаһына һуҙылды. Республика етәксеһе теләгән һәр кем менән фотоға төштө, унан “Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың дүртенсе матчына юлланды.