Июлдең икенсе яртыһында Рәсәйҙән 20,5 мең кеше Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылырға юллана.Улар – Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ингушетия, Чечен, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Ставрополь, Краснодар крайҙары, Мәскәү, Ростов, Свердловск өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһы диндарҙары.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостандағы бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, хаж ҡылырға теләгән һәр кемдең вакцинация тураһында халыҡ-ара сертификаты булырға тейеш.
“Менингитҡа ҡаршы дүрт компонентлы вакцина менән иммунизациялау тураһында билдә кәрәк, уның сәфәргә тиклем ун көн эсендә эшләнгән булыуы шарт, – тине ведомство белгестәре. – Шулай уҡ хаж ҡылырға йыйынғандарға миҙгелле грипҡа ҡаршы вакцинация үткәреү кәңәш ителә”.