Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйге каникул осоронда республикала 385 мең бала ял итеү, һауыҡтырыу һәм мәшғүллектең төрлө формаларына йәлеп ителәсәк. 1 июндән төбәктең дөйөм белем биреү учреждениеларында көндөҙгө лагерҙар эшләй башланы ла инде. Дөйөм алғанда, быйыл мәктәп янындағы 1916 үҙәктә 106 мең бала ял итәсәк.
— Мәктәп янындағы лагерҙарҙың смена оҙайлылығы — 21 көн. Бер кешегә йүнәлтмә хаҡы көнөнә 75 һумға тура килә. Балаларҙың ялы төбәк бюджеты иҫәбенә финанслана. Ата-әсәләр мәҙәни программалар өсөн генә түләй. Ғәҙәттә, балалар музейҙарға, театрҙарға, ҡала парктарына экскурсияға йөрөй, — тип һорауҙарға аныҡлыҡ индерҙе министрлыҡтың тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Рәмзиә Бикҡужина.
Бынан тыш, балалар ҡала янындағы 95 лагерҙа ял итә ала. Әлегә уларҙың 23-ө асылған һәм 3 250 үҫмерҙе ҡабул иткән дә инде. Шулай уҡ йәйге каникулдар осоронда республика биләмәләрендә 390 хеҙмәт һәм ял лагерының эшләйәсәге, күп көнлөк походтар ойоштороласағы, профилле 30 лагерь асыласағы хаҡында мәғлүм.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.