Апрелдә – йөҙ автобус03.03.2019
“Башавтотранс”ты үҫтереү өсөн 611,2 миллион һум кәрәк буласаҡ.

Был суммаға 2019 – 2020 йылдарҙа предприятиела түләүгә һәләтте тергеҙеү һәм табышты арттырыу буйынса саралар үткәреләсәк, берҙәм түләү карталары индереләсәк, барлыҡ маршруттар өсөн һығылмалы тариф булдырыласаҡ, ребрендинг уҙғарыу һәм хәрәкәттәге составты яңыртыу ҡаралған.

“Быйыл предприятиеға 177 автобус алына, уларҙың 100-ө – апрелдә үк”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.

2021 йылда дәүләт предприятиеһы быға тиклем килтерелгән зыянды ҡаплап, тулы көскә эшләй башларға планлаштыра.


Вернуться назад