Борайҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән төбәкте үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе.– Һеҙ – беҙҙең өсөн төп терәк. Көс-ҡеүәтегеҙҙе беләбеҙ, республиканы үҫтереүҙәге өлөшөгөҙҙө аңлайбыҙ, – тине ауыл биләмәләренә башлыҡтарына Радий Фәрит улы. – Артабанғы барлыҡ эштәребеҙҙә, яҡшы башланғыстарҙа һеҙҙең ярҙамға ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа республикала ниҙәр барғаны, уның киләсәге өсөн яуаплыбыҙ. Шуға ла һеҙҙең эшмәкәрлеккә етди иғтибар бүләсәкбеҙ. Маҡсат билдәле – халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен яҡшыртыу.
Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл инфраструктураһы, һаулыҡ һаҡлау, экология, мәғарифты, социаль өлкәне үҫтереү йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр әҙерләне һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын күрһәтте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, тәҡдимдәрҙең иң яҡшылары республика Хөкүмәтенә ҡушылған аныҡ мәсьәләләрҙең нигеҙенә һалынасаҡ.