Борайҙың йәш табиптарына торлаҡ төҙөлә02.03.2019
Борай үҙәк район дауаханаһының йәш анестезиолог-реаниматологы Эльнар Саҙретдинов тиҙҙән шәхси торлаҡ аласаҡ.

Ул республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа әле фатирға түләп йәшәргә мәжбүрлеге тураһында һөйләгәс, төбәк етәксеһе Борай ауылында йәш табиптар өсөн йорттар төҙөләсәге хаҡында белдерҙе.

“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәр менән тәьмин ителеш – төп мәсьәләләрҙең береһе. Республикала уны хәл итеүгә етди иғтибар бирелә”, – тине Радий Хәбиров.

Күптән түгел медицина учреждениеларына тар белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса программа эшләй башланы. Уларҙың 1 миллион һум күләмендә финанс ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә, билдәле булыуынса, “Ауыл докторы”, “Ауыл фельдшеры” программалары эшләй.

Радий Хәбировтың әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ла амбициялы бурыстар ҡуйылған.

Был дауаханала 315 кеше эшләй, табиптар менән тәьмин ителеш кимәле – 78,6 процент. Учреждение, Асҡындағы кеүек үк, маммографҡа мохтажлыҡ кисерә. Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә был мәсьәләне ҡарарға әйтәсәк.


Вернуться назад