Радий Хәбиров Шабай балаларын хоккейға саҡырҙы02.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров – Борай районында.

Республика етәксеһе иң тәүҙә төбәктәге Шабай балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашып, уларҙы иртәгә Өфөгә “Салауат Юлаев”тың сираттағы уйынын ҡарарға саҡырҙы.

“Әйҙәгеҙ, беҙҙең егеттәрҙе бергәләп ҡеүәтләйек, уларға сағыу еңеү теләйек”, – тине Радий Фәрит улы. Ул малайҙарға – сәкәндәр, ҡыҙҙарға конькиҙар бүләк итте. Ә тәрбиәләнеүселәрҙән Ангелина Абдрахманова республика етәксеһенә үҙенең ҡул эшен – башҡорт тирмәһен – бирҙе.

Балалар йорто директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Илһөйәр Сафиуллина әйтеүенсә, учреждениела 20 малай, ун ҡыҙ тәрбиәләнә. Бина 1972 йылда төҙөлгән, ошонда уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәктәп урынлашҡан. 192 балаға иҫәпләнгән уҡыу йортонда – 51 уҡыусы. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ауылдағы тиҫтерҙәре менән бергә белем ала.

Математика уҡытыусыһы Люция Төхвәтуллина республика етәксеһенә “Взлетай” мәғариф программаһы һәм биш көнлөк уҡыуға күсеү өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Эш барышына зыян килмәйәсәк, киреһенсә, балаларға ата-әсәһе менән күберәк бергә булыу, түңәрәктәрҙә, секцияларҙа әүҙемерәк шөғөлләнеү мөмкинлеге киңәйәсәк, – тине педагог. – Шулай уҡ биш көнлөк хеҙмәткә күсеүҙең беҙҙең эш хаҡына кире йоғонто яһамаясағын билдәләгәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт”.

Радий Хәбиров балаларҙың арырға тейеш түгеллеген әйтте. “Улар сифатлы белем ала, шул уҡ ваҡытта уларҙың һаулығын, төрлө яҡлап үҫешен дә хәстәрләргә бурыслыбыҙ”, – тине ул.

Урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Айһылыу Йәһүҙина менән осрашып, Радий Фәрит улы уның эш шарттары, медицина пунктының төрлө яҡлап мохтажлығы хаҡында белеште.

“Бина тығыҙ булһа ла, зарланмайбыҙ, ололарға ла, балаларға ла тейешле ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, – тине фельдшер. – Беҙҙең ҡарамаҡта – 230 кеше”.


Вернуться назад