Нисек йәшәйһең, Асҡын?02.03.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Асҡын районы үҙәгендә урындағы халыҡ менән һөйләште.

Кешеләрҙең күбеһе биләмәлә газ үткәреү мөһимлеген билдәләне. Радий Фәрит улы был мәсьәлә буйынса Асҡындан һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов менән фекер алышҡанын билдәләне: проблеманы хәл итеү йәһәтенән муниципалитетта берҙәм программаны тормошҡа ашырыу ҡаралған.

Бында төбәк етәксеһе шулай уҡ район мәҙәниәт йортона капиталь ремонт барышы менән танышты. Эште йыл аҙағында тамамлау планлаштырылған. Төҙөлөшкә 70 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән тейешле йыһаз-ҡорамалдар алыуға – 10,5 миллион һум. Радий Хәбиров республиканың Финанс министрлығына, эште тәғәйенләнгән ваҡытта тамамлау маҡсатында, финанслауҙы күҙ уңында тоторға ҡушты.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Асҡын үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһында булды. Баш табип Рәфил Суфияровтың әйтеүенсә, бында пациенттарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн “Асыҡ регистратура” проекты тормошҡа ашырылған, маршрут ситемаһы яйға һалынған.

Радий Хәбиров тейешле ҡорамалдар, медицина белгестәре менән тәьмин ителеш хаҡында һорашты. Әйтеүҙәренсә, әле дауаханала балалар өсөн теш табибы юҡ. Шулай уҡ маммограф алыу йәһәтенән мохтажлыҡ бар. Республика етәксеһе был мәсьәләләрҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына еткерәсәген белдерҙе.


Вернуться назад