Бурҙың бүрке яна07.12.2011
Бурҙың бүрке янаБашҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға 92 йыл тулыуға арналған тантаналы сараға Салауат ҡалаһынан Вера Сбитякова ла саҡырылғайны. Был күркәм, нәзәкәтле ҡатын хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә фатир бурын тоторға ярҙам иткән. Ҡулға алынған ир 50-нән ашыу енәйәт ҡылған, тип фаразлай полицейскийҙар.
Ғүмер буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Вера Константиновна өс ейән-ейәнсәренә күҙ-ҡолаҡ булып торған.
– Бер көн шулай, ҡыҙҙар мәктәптән ҡайтҡас, ашатып-эсерҙем дә бәләкәс ейәнемде футбол түңәрәгенә алып киттем. Өйгә ҡайтһам (ни бары 10 — 15 минут ҡына үткәндер), фатирыбыҙҙа таныш булмаған ир ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултыра. “Һеҙ кем?” – тигән һорауға күҙ ҙә йоммайынса: “Күршегеҙ!” – тип яуапланы. “Мин күршеләремде йөҙгә беләм, һеҙ беҙҙең йортта йәшәмәйһегеҙ”, – тип ныҡышам. “Шаярттым, мин сантехник, торбаларҙы тикшерергә килдем”, – тип теге ир тиҙ генә сығып китте. Аҙаҡтан ҡыҙҙар һөйләүенсә, аҫтағы күршеләрегеҙ саҡыртты, һыу аға, тип ишекте астырған, бөтә әйберҙәрҙе ҡапшап сыҡҡан. Ҡыҙымдың затлы биҙәүестәрен алған. Шунда уҡ полицияға хәбәр иттек, улар килеп бармаҡ эҙҙәрен алды, ирҙең фотороботын эшләүҙә ярҙамлаштым. Тик уны тотоу өсөн ваҡыт кәрәк ине. Бер нисә көн үтеүгә, ейәнсәрем менән магазинға барғанда, теге ирҙе осраттыҡ. Ул магазин тупһаһында китап һатып тора ине. Унан арыраҡ беҙҙең күрше помидор һата. Күршем эргәһенә барып, полицияға, унан кейәүемә шылтыраттым. Беҙҙе күреү менән бур тиҙ генә әйберҙәрен йыя башланы. Шулай ҙа артынан эйәрербеҙ тип уйламағандыр, сөнки әйләнеп тә ҡараманы. 500 метр самаһы бур артынан барҙыҡ. Ул арала хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән кейәүем килеп етте. Енәйәтсене тоттолар.
– Бурҙы эҙәрлекләгәндә ҡурҡманығыҙмы? Йәш бала менән артынан барғанһығыҙ, ә ул ҡоралланған булһа?
– Әллә, хәүеф тураһында уйламаным да. Көпә-көндөҙ, урам тулы халыҡ йөрөгәндә һөжүм итмәҫ тә ине, моғайын, – ти Вера Константиновна. – Ҙур сараға саҡырып бүләкләһәләр ҙә, үҙемде батырлыҡ ҡылған кеше итеп тоймайым. Мин бары гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙгә иғтибарлы булырға тейеш. Шикле кешеләр, әйберҙәр тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр итеп торғанда, илдәге енәйәтселеккә ҡаршы көрәш күпкә еңелләшер ине. Ә бит күбебеҙ “һуҡыр” һәм “һаңғырау” булып ҡалыуҙы хуп күрә. Хатта күршеләребеҙҙе лә белмәйбеҙ. Енәйәтселәр шунан файҙалана ла инде.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Вернуться назад