Иҫке Ҡаҙансы – бай тарихы булған боронғо ауыл. Төрлө яуҙарҙа ҡатнашҡан ҡаһармандары бихисап уның. Батырҙар иҫтәлегенә ауылда Еңеү паркы булдырылған.Республика етәксеһе Радий Хәбиров ундағы комплекста булып, ауылдан сыҡҡан өс батырҙың мемориаль плитәһенә сәскәләр һалды. Улар – Беренсе донъя һуғышы ҡаһарманы, Георгий тәреһенең тулы кавалеры Евдоким Фионов һәм Советтар Союзы Геройҙары Мирзалихан Ғәбитов менән Нурулла Сафин.
Радий Хәбиров шулай уҡ Нурулла Дәүләтгәрәй улының туғаны Вәсилә Сафина менән һөйләште, Геройҙың һеңлеһе республика етәксеһенә ағаһы тураһындағы китапты бүләк итте.