Республика төбәктәрендәге карьерҙар муниципалитеттарға биреләсәк. Тимәк, хәҙер улар менән район башлыҡтары эш итәсәк, материалдар урындағы юлдарҙы ремонтлау өсөн файҙаланыласаҡ.Был турала бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡы менән осрашыуҙа белдерҙе.
Бында ғүмер иткән 600-ҙан ашыу кешенең төп проблемаһы – һыу менән тәьмин ителеш. 1979 йылда сафҡа ингән система 2008 йылда эштән туҡтаған, әле авария хәлендә. Яңыһын төҙөүгә 20 миллион һум самаһы кәрәк, шуның өс миллион һумы – проектлау өсөн.
“Аҡса бүленәсәк, – тине Радий Фәрит улы. – Быйыл проект эштәрен үткәреп, 2020 йылда төҙөлөштө башларға кәрәк”.
Урындағы халыҡ шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу, сүп-сар йыйыу мәсьәләләрен күтәрҙе, төбәк етәксеһенән төрлө һорауҙарына яуап алды.
Иҫке Ҡаҙансыла Радий Хәбиров күп функциялы ауыл клубын ҡараны, урындағы мәктәптә булды, табип амбулаторияһының эшмәкәрлеге менән танышты.