Ҡышлауйылғаларҙың кәйефе көр: уларҙа яңы мәктәп төҙөлә!02.03.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров – Асҡында. Уның районға эш сәфәре Ҡышлауйылға ауылынан башланды.

Бында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлә. Өҫтәүенә унда 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы буласаҡ.

“Эш былтыр башланды, – тип белдерҙе мәғариф учреждениеһы директоры Әминә Шәүәлиева. – Проекттың дөйөм хаҡы – 175 миллион һум. Мәктәп “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлә”.

Мәктәп етәксеһе быйыл 1 сентябргә барыһы ла әҙер булырына ышаныс белдерҙе. Әйтеүенсә, белем усағына биш ауылдан йөрөп уҡыйҙар, автобус бүленгән. Мәктәптең иҫке бинаһы 1977 йылғы.

Радий Хәбиров балаларҙың артабан ҡайҙарҙа белем алыуы менән ҡыҙыҡһынды. Директор әйтеүенсә, 13 һуңғы сығарылыш уҡыусыһының 11-е Өфөләге юғары уҡыу йорттарына ингән.

Башҡортостан етәксеһе бер кабинетта балалар менән аралашты.

“Республика мәктәптәре тиҙҙән аҙнаһына биш көнлөк уҡыуға күсә башлаясаҡ, – тине ул. – Ял көндәрендә атай-әсәйегеҙ янында күберәк булыу, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлегегеҙ артасаҡ”.


Вернуться назад