Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күп ҡатлы йорттарҙың подъезын ремонтлау буйынса күркәм башланғысын бар республика халҡы, шул иҫәптән баймаҡтар ҙа хуплап ҡаршы алды.Быйыл Баймаҡта барлығы 20 подъезд төҙөкләндереләсәк. Был – биш ҡатлы йорттоң – дүрт, ике ҡатлы ете йорттоң 16 подъезы ремонтлана тигән һүҙ.
Әйткәндәй, был биналарҙың барыһы ла иҫке, ярты быуаттан ашыу элек файҙаланыуға тапшырылған һәм күптән ремонт күрмәгән. Хәҙер, программаға ярашлы, уларҙың тәҙрәләре, ишектәре яңыртыласаҡ, ингән урынды, яндағы майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү ҙә ҡарала.
Комплекслы эште тормошҡа ашырыу 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән, ошо арауыҡта 302 подъезды ремонтлау көтөлә. Баймаҡ ҡалаһынан тыш, Аҡморон, Иҫке Сибай, Урғаҙа, Ҡуянтау, Беренсе Төркмән ауылдары ла был программала ҡатнаша.