Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡәнәғәт02.03.2019
Сибай гимназия-интернаты янындағы ағастарға ҙурлығы, биҙәлеше яғынан төрлө-төрлө тағараҡтар бер-бер артлы эленгән. Алыҫтан килгәндәр уларҙың матурлығына һоҡланыуын йәшерә алмай, хайран ҡала! Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ иһә икмәк валсығы, тары, бойҙай бөртөктәрен ашап ҡыуана.

Белем усағы директоры Роза Бикбова әйтеүенсә, улар “Тағараҡ” акцияһында йыл да әүҙем ҡатнаша, тағараҡтарҙы, сыйырсыҡ ояларын ҙур теләк менән күмәкләп эшләй. Уҡыусылар өҫтәүенә был йәһәттән һөнәрен даими камиллаштырырға, оҫталығын арттырырға тырыша. Ялға ҡайтҡанда уларға аталары ла ярҙам итә.

“Яҙҙың тәүге көндәрендә үк сыйырсыҡ ояларын элеп сығабыҙ”, – ти етәксе.

Яҙгөл Рәсүлеваның эше иғтибарҙы әллә ҡайҙан уҡ йәлеп итеп тора. Сағыулығы, күңел һалып башҡарылғаны менән айырылып тора был тағараҡ.

“Мин ҡоштарҙы ныҡ яратам, – ти ҡыҙ. – Баймаҡ районы Темәс ауылынанмын. Бала саҡтан ҡыш йортобоҙ янына тағараҡ элә торғайныҡ. Унда ҡоштарҙың көн һайын килеп мин һалған бойҙай бөртөктәрен ашап китеүен күҙәтергә яраттым. Әлеге тағараҡты төрлө ептәрҙән үҙем эшләнем”.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар, уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ, ҡәнәғәт, туҡ булһындар, тип әйҙәй тиңдәштәрен Сибай уҡыусылары.


Вернуться назад