"Оҡшаһа был өйөң, Түгелһен моң-көйөң!"02.03.2019
Сибайҙың мәктәпкәсә балалар учреждениелары һәм белем усаҡтары тәрбиәләнеүселәре “Тағараҡ” акцияһына ихлас ҡушылды.

Ҡалала эш алып барған Атайҙар ҡоро етәксеһе Фәнил Әминев һәм бер төркөм атайҙар “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһында бәләкәй оҫталарҙы сыйырсыҡ ояһы яһау серенә төшөндөрҙө.

– Был сүкеш була, ә ошоһо – шөрөп борғос, – тип һәр эш ҡоралын һанап сыҡты алты йәшлек Эмиль Савинкин.

Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, малайҙың атаһы Андрей Николаевич – мебель яһау оҫтаһы. Ул кескәй улының эш рәтен белеүе менән ғорурлана, ихлас һөйөнә. “Үҙемә алмаш үҫә!” – тип башҡалар алдында маһайып та алды. Шулай булмайса, ҡулдары һөнәр белгәс, аталы-уллы Савинкиндар ҡоштарға ҡупшы йортто “һә” тигәнсе эшләп тә ҡуйҙы.

– Беҙҙең балаларҙың атайҙары шул ҡәҙәр оҫта, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты тәрбиәсе Гүзәл Ғибәҙуллина. – Һәр эште теүәл, урынлы башҡара улар. Бына, күрәһегеҙме, ниндәй матур тағараҡтар килеп сыҡты! Һағынып ҡайтасаҡ сыйырсыҡтарға ҡайһылай матур бүләк!

Атайҙар сыйырсыҡ ояларын балалар баҡсаһы биләмәһендәге ағастарға элеп тә ҡуйҙы. Балалар иһә:
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!
– тип кемуҙарҙан шиғыр ҙа ятлап күрһәтте.


Вернуться назад