Кисә, 1 мартта, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчет-һайлау конференцияһы булды.Башта ойошма рәйесе Зилә Рәхмәтуллина үткән ике йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Унан республикала киләһе йыл уҙғарыласаҡ фольклориадаға әҙерлек мәсьәләләре, “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең, Ағинәйҙәр ҡороноң эшмәкәрлеге ҡаралды.
Заман афәтенә әйләнгән эскелеккә, хәмер һатҡандарға ҡаршы көрәш һ.б. көнүҙәк бурыстар ҙа барланды, улар буйынса ҡыҙыу фекер алышыу ойошторолдо, яңы эш йүнәлештәре билдәләнде.
Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп республикала киң билдәле шағир, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Фәнил Бүләков һайланды.