Өйҙәрҙә йәм артыр01.03.2019
Республикабыҙҙа булдырылған “Беҙҙең өйҙөң йәме” социаль проекты балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә ата-әсә, ғаилә йылыһы табырға ярҙам итәсәк.

Был эш “Вся Уфа” телекомпанияһы һәм республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбированың тәҡдименә ярашлы бер ай элек башланды.

Телекомпания етем балалар тураһында видеотарихтар әҙерләй, уларҙың яҙмышы, хыялдары хаҡында һөйләй һәм эфирға сығара, интернетҡа урынлаштыра. Бер ай эсендә проектта Өфөләге учреждениеларҙан 23 бала ҡатнашҡан, уларҙың өсәүһе үҙ ата-әсәһен тапҡан, дүртәү тиҙҙән яңы ғаиләгә йәшәргә күсәсәк.

“Һин – беҙҙең өйҙөң йәме!” Был һүҙҙәр шундай ябай, әммә һәр кемдең тормошонда үтә мөһим. Нәҡ ата-әсә һөйөүе яҡшы кеше булырға ышаныс һәм мөмкинлек бирә, – ти Каринэ Хәбирова. – Беҙҙең проекттың төп маҡсаты – күберәк баланы өйлө, ғаиләле, ата-әсәле итеү”.


Вернуться назад