1 марттан Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенең 190 уҡыусыһы Сибайҙың 14-се мәктәбендә уҡый башлаясаҡ, тип хәбәр иткәйнек. Был ниәт тормошҡа ашырылды.Иҫке Сибай балалары белем усағының өсөнсө ҡатында уҡый. Уларҙы ташыу өсөн алты автобус тәғәйенләнгән.
– Юлға ни бары ун минут ваҡыт китте – класташтар менән аралашып та өлгөрмәй ҡалдыҡ, – ти шаяртыу ҡатыш туғыҙынсы класс уҡыусыһы Искәндәр Мостафин. – Дәрестәрҙең үткәне беленмәй ҙә ҡалды, ашханала тәмле ашаттылар. Беҙгә яңы мәктәптә ныҡ оҡшай!
Белем алыу ике сменала ойошторолған. Тәүгеһенә 94 бала килтерелһә, төштән һуң – 96.
Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, Иҫке Сибай уҡыусыларын бында уҡырға күсереү мәсьәләһе берҙәм көс һалып хәл ителгән.
– 14-се мәктәп коллективы менән алдан уҡ яҡындан аралаштыҡ, бинаны тулыһынса тикшереп сыҡтыҡ, – ти ул. – Белем усағының өсөнсө ҡаты тулыһынса Иҫке Сибай уҡыусыларына бирелде. Шарттар яҡшы. Педагогик коллектив тулы состав менән балаларға белем биреүен дауам итә – уҡытыусыларҙы алмаштырыу юҡ.
Ғөмүмән, барыһы ла хәлде аңлап ҡабул итте, бер ниндәй проблема юҡ. Уҡыусылар аҙнаһына биш көн белем аласаҡ.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, улар ут күршеләре өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырған. Иң мөһиме – балалар тырышып белем алһын. Ә бының өсөн мәктәптә бөтөн уңайлыҡтар бар.