Төҙөлөшкә һайлап алырлыҡ07.06.2012
"Өфө-Арена" боҙ һарайында "Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш-2012" халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә эшләй башланы. Ул 5 июндән 8-енә тиклем дауам итәсәк.

Уның менән Башҡортостанға килгән Дәүләт Думаһының Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитеты депутаттары Алексей Русских, Владимир Парахин, Андрей Маркин, Марсель Йосопов та танышты.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән 150-нән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Уларҙың яртыһынан күберәге төҙөлөш материалдары, махсус ҡорамалдар һәм башҡа продукция тәҡдим итә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Пермь, Ҡазан, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙең, Швеция, Германия, Италия компанияларының был тауарҙары Рәсәйҙә йылдан-йыл киң танылыу таба. Башҡортостан предприятиелары һәм фирмалары әҙерләгән тауар ҙа һәр кемде ҡыҙыҡһындырҙы. Ойоштороусылар белдереүенсә, белгестәр был сараны алдынғы тәжрибә мәктәбе тип атай, һәм, әлбиттә, улар киләсәктә быны үҙҙәренең эшмәкәрлегендә ҡулланасаҡ.
Күргәҙмәнән һуң ҡунаҡтар Конгресс-холда үткән "Төҙөлөш тармағын закондар менән көйләү тенденцияһы" исеме аҫтында үткән "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашты, Өфө районының Булгаков ауылындағы "Газ-бетон" заводында булды.
Лира ГӘРӘЕВА.


Вернуться назад