Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостанда табиптар етешмәй. Бөгөнгә ҡытлыҡ 1150 медицина хеҙмәткәре тәшкил итә.
Ә бит уларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Былтыр 127 табип һәм 116 урта медицина хеҙмәткәре торлаҡ алған, 32 кеше – ер участкаһы. Быйыл “Ауыл табибы” программаһы буйынса ауылдарға 99 табип һәм 10 фельдшер барасаҡ. “Ауыл фельдшеры” буйынса иһә – 55 белгес.