Әминә инәйгә – 100 йәш!01.03.2019
Саҡмағош районының Киндеркүл ауылында йәшәгән Әминә Хәйбрахмановаға 100 йәш тулды.

Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән инәйҙе район хакимиәте башлығы Р. Ямалиев, Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы М. Исламов, ветеран ойошмалары етәкселәре оло юбилей менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне, ил Президентының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

Ғүмер буйы колхозда эшләп, ире менән алты бала үҫтереп аяҡҡа баҫтырған Әминә Ғиниәтулла ҡыҙына иң изге теләктәребеҙҙе беҙ ҙә еткерәбеҙ.


Вернуться назад