Салауатта мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Ҡала халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға РФ Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, республика Президенты Рөстәм Хәмитов килде.
Әйткәндәй, парк ҡалала 1965 йылда барлыҡҡа килә. Барыһының да яратҡан урыны була ул, бихисап скульптура һындары тирә-яҡты биҙәй, бейеү майҙансығы эшләй. Әммә 2000 йылдарҙа ул бөтөнләй ташландыҡ хәлгә төшә. Былтыр “Салауат Нефтехим Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте паркты төҙөкләндереү эшенә тотона.
Ҡунаҡтар мәҙәниәт һәм ял паркының матурлығына хайран ҡалды. Велосипед, йүгереү, йәйәүлеләр өсөн юл, ике спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Быуа ла төҙөкләндерелгән, балыҡтар ебәрелгән.
Парк менән танышып сыҡҡандан һуң ҡунаҡтар ҡаланың “Нефтехимик” спорт һарайына йүнәлде. Сергей Степашин, Рөстәм Хәмитов Контроль-иҫәп палатаһы органдары араһында бадминтон буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне.
Һуңынан ҡунаҡтар ҡаланың ҡайтанан төҙөкләндерелгән 1-се лицейы менән танышты. Журналистар менән әңгәмәләшкәндә Рөстәм Хәмитов: “Беҙ балалар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ”, — тине.
В. АЙҘАРОВ.