Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла һауа торошо контролдә тотола: ҡалала эшләгән күсмә экологик лаборатория көкөрт диоксиды миҡдарын даими үлсәүҙе ойошторған.Сибайҙа сирлеләрҙе ҡабул иткән Өфө табиптары ике көн дауамында Иҫке Сибайҙа ла ауырыуҙарҙы ҡараны. Тәүҙә – ололар, унан балалар тикшерелде.
Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина әйтеүенсә, беренсе көндә халыҡты невролог, пульмонолог, маммолог, кардиолог, гинеколог кеүек белгестәр ҡабул иткән. Барлығы 173 кеше һаулығын тикшерткән.
Ә балаларҙы педиатр, аллерголог, пульмонолог, невролог ҡараған. 123 ҡыҙ һәм малай ҡабул ителгән.
Әйткәндәй, экологик хәлгә бәйле, Иҫке Сибай табип амбулаторияһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күскән.