Кем Баймаҡтың "Башҡорт малайы"?28.02.2019
Батыр, рухлы, аҡыллы, белемле, маҡсатҡа ынтылышлы, затлы, ырыулы, һөнәрле, ҡыйыу... Баймаҡтың тап ошондай сифаттарға эйә иң шәп 10-12 йәшлек малайҙары бер майҙанға йыйылып, “Башҡорт малайы” конкурсында һынау тотто.

Ярыш дүрт турҙан торҙо. Тәүҙә малайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Кемдер йырланы, икенселәр өҙҙөрөп бейене, ҡурайҙа һыҙҙырҙы һәм башҡа һөнәрҙәрен күрһәтте.

Һүҙгә маһирлыҡ ярышында улар “Бер тигәс тә ни яман?”, “Ерҙә беҙгә ни кәрәк?” тигән һорау-әйтештә ҡатнашып, башҡорт халҡының мәҡәлдәрен дауам итеп, тел байлығын, фекерләү ҡеүәһен күрһәтте. Шулай уҡ бәйгеселәр Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемен һынаны. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ: үҙҙәрен төрлө яҡлап асыуға булышлыҡ иткән ярыштарҙың береһендә лә һынатманы баймаҡтар.

“Башҡорт малайы” исемен ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыһы Мәлик Вәлиев яуланы. Беренсе урын иһә – Өмөтбай ауылынан Илһам Бүләковта.


Вернуться назад