Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың01.03.2019
Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең беренсе көнө.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм етенсе айҙы “Эй, Аллам! Беҙ­гә рәжәб менән шәғбанда бәрәкәт бир һәм рамаҙанға етеүгә өлгәштер” тигән доға менән ҡаршы алыр булған. Эйе, был айҙар – ураҙаға әҙерләнеү осо­ро. Тимәк, уларҙа изге ғәмәлде бер көн булһа ла үтәү – ризыҡланмай йөрөп ҡарау – зарур. Рамаҙанға үҙе­беҙҙе төрлө яҡлап әҙерләй башларға тейешбеҙ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Раб­быбыҙ айы хаҡында аят-сүрәләр, би­хисап хәҙис-шәриф бар. “Рәжәбтә ҡылынған изгелеккә сауап етмеш тап­ҡыр күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.

Мәғлүм ки, рәжәбтә рәғәиб кисе бар, ул быйыл 7 мартҡа тура килә. Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғаб­дуллаһ ибн Ғәбделмотталиб менән әсәһе Әминә бин Үәһбтең никахлашыу кисе ул. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә са­лауаттар әйтеү, доға ҡылыу, намаҙ уҡыу хәйерле, изге ниәт-теләктә булыу мөһим.

Ислам дине ғалимы Әбү Барк әл-Бал­хи әлеге өс айҙың асылын үҙенсә аңлатҡан. “Рәжәб – сәсеү, шәғбан – сыҡ­ҡан үҫентеләргә һыу ҡойоу, ра­маҙан уңыш йыйып алыу мәле”, – тигән ул.

Әлеге дин белгесе йәнә: “Рәжәб – елгә, шәғбан – болотҡа, ә рамаҙан ям­ғырға оҡшаш. Тәүге айҙа сәсмәй, икен­сеһендә һыу ҡоймайынса, өсөн­сө­һөн­дә уңыш йыйып алырға мөм­кин­ме? Шул уҡ ваҡытта рәжәбте бушҡа үткә­реп ебәреп, шәғбанда тик рама­ҙан­ды көтөп ултырыуҙан һөҙөмтә булырмы?” – тигән. Эйе, һәр айҙың – үҙ уры­­ны, үҙ бурыстары. Шул уҡ ваҡытта улар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле.

Ни өсөн тигәндә, береһендә ниҙе­лер эшләп еткермәйһең икән, был буш­лыҡты аҙаҡ тултырыуҙың мөмкин бул­мауы ихтимал. Тормошта ла бит шулай: әҙәм балаһы бала саҡта, үҫ­мерлектә күңеленә һалынмаған тәр­биәне өлкәнәйгәс туплап өлгөрә аламы? Йәнә, әйтәйек, уҡыусы дәрес­тәр­гә илтифат бирмәй йөрөһә, ваҡытын бушҡа үткәрһә, имтиханды уңышлы тапшырырмы?

Әлеге өс айға нәҡ шул аҡыл, хикмәт һалынған: маҡсатҡа ярашлы эш өҙ­лөкһөҙ, даими алып барылырға тейеш. Рамаҙанға алдан әҙерлек менән аяҡ баҫһаң, иншаллаһ, ул еңелерәк үтер.

Әҙәм балаһы ваҡытын бушҡа, мәғәнәһеҙ эштәр менән үткәрергә тейеш түгел. Белмәгәнен өйрәнергә, ка­миллашырға, алға барырға бурыслы. Бер урында тапаныуҙан үҙенә лә, бүтәндәргә лә файҙа юҡ. Изге ниәттә башлағаныңды өҙлөкһөҙ дауам итеү, яҡшы һөҙөмтәгә ынтылыу фарыз. Ошо хәҡиҡәткә йәнә бер ҡат инандыра рәжәб – шәғбан – рамаҙан берлеге.

Пәйғәмбәребеҙҙең “Барыһы ла ни­әткә бәйле” тигән һүҙҙәрен иҫтән сы­ғармайынса, күркәм ғәмәлдәргә из­ге маҡсатта тотонайыҡ та шундай уҡ юл менән дауам итәйек. Белмәйем тип туҡ­тап ҡалмай, өйрәнергә ты­рышайыҡ, башлағанды ташламайыҡ.


Вернуться назад