* Ике ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо ҡатнашма менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.
* Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, шуны эсегеҙ.
* Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән бутап, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға.
* Бер стакан туралған кәбеҫтәгә биш стакан һыу ҡойоғоҙ ҙа 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал һалығыҙ. Йылы көйөнсә көнөнә өс-биш тапҡыр яртышар стаканлап эсергә. Был ҡатнашма ҡаҡырыҡтың сығыуын еңеләйтә.
* Йүткереү ныҡ йонсотҡанда, ошондай дауа ҡулланып ҡарағыҙ: бер стакан һөттө ҡайнап сыҡҡас та уттан алығыҙ һәм бер ҡалаҡ аҡ май, бер ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, бер сей йомортҡа һарыһы, һуңынан ике тамсы биш процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә өс тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсергә.