Һандар ни һөйләй?01.03.2019
Алдан уҡ иҫкәртергә кәрәктер – түбәндәге һандар яҡынса алына. Паспортта хәҙер милләт яҙылмай бит, ЗАГС-ҡа барғанда ла күптәр был мәғлүмәтте күрһәтеп тормай.

Демография институты хеҙмәткәрҙәре, Халыҡты иҫәпкә алыу кампанияһы һөҙөмтәләренә таянып, Рәсәйҙә ғаиләләрҙең 12 проценты этник йәһәттән ҡатнаш, тип раҫлай. Төбәктәр араһында айырмалар ҙур.

Чечняла егеттәрҙең ни бары 1,1 проценты бүтән милләттән кәләш ала. Был күрһәткес ингуштарҙа, яҡут һәм ҡалмыҡтарҙа 10 проценттан түбән. Ә бына Коми һәм Мордва ир-аттарының өстән бер өлөшө үҙ төбәктәрендә лә ҡатнаш ғаилә төҙөй.

Рәсәйҙә аҫаба милләт булып һаналмаған һәм бында йәшәгән халыҡтар араһында үҙ милләтенә иң тоғро булып ҡаҙаҡтар ҡала икән: ҡатнаш ғаиләләре – 22,3 процент, әрмәндәр – 30, азербайжандар – 37, грузиндар – 67, йәһүдтәр – 74, үзбәктәр – 77, украиндар – 80, немецтар – 89, латыштар – 96 процент. Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың 47,9 проценты ҡатнаш ғаилә ҡорған.

Башҡортостан рустарының – 66,7, татарҙарҙың 64,4 проценты үҙ милләттәштәре менән ғаилә ҡорған, саф башҡорт ғаиләләре 69 процент тәшкил итә.


Вернуться назад