Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты көҙгө сессияла “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законды камиллаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Комитет рәйесе Александр Дегтярев онлайн-әңгәмә барышында ошо хаҡта һөйләне. Уның фекеренсә, закон сығарыу эшмәкәрлегендә мәғариф системаһына йоғонто яһаған заман талаптарына иғтибар артырға тейеш.
— Был талаптарҙы глобаль һәм эске сифаттар буйынса айырып ҡарарға мөмкин, — ти Александр Дегтярев. — Глобаль талаптар — илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе, Болон конвенцияһында ҡатнашыу. Улар белем биреү эшмәкәрлеген билдәләгән норматив базаның халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлылығын талап итә. Юғары уҡыу йорттарында кадрҙар әҙерләүҙең ике кимәлле баҫҡысы ла ошоға бәйле. Шул уҡ ваҡытта беҙ донъя процестары шарттарында Рәсәй мәғарифының үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
Депутаттың фекеренсә, 1992 йылда уҡ ҡабул ителгән “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законды камиллаштырыу зарурлығы күптән өлгөрөп етте. 20 йыл эсендә иҡтисад та, йәмғиәт тә үҙгәрҙе. Закон заман талаптарына яуап биреп бөтмәй.
— Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһы башланыу менән ошо Закон өҫтөндә эш башланыр, тип уйлайым, — тине ул. — Беҙ йәмғиәттә, социаль селтәрҙәрҙә закон проекты буйынса фекер алышыу ойошторасаҡбыҙ. Индерелгән төҙәтмәләр файҙа килтерһен, законды камиллаштырһын өсөн төрлө эксперттарҙы йәлеп итәсәкбеҙ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.