Былар ҡыҙыҡлы01.03.2019

Ҡытайҙа туцзя тигән халыҡ йәшәй. Бында туйға 30 көн ҡал­ғас, кәләш көндәрен илап үткәрә икән. 10 көндән уға әсәһе, йәнә 10 көн ҡалғас, өләсәһе лә ҡу­шыла. Был күҙ йәштәре шатлыҡ йәштәре тип иҫәпләнә, төрлө тонда “балауыҙ һыҡҡас”, илауҙары йыр кеүек ҡабул ителә икән.

Швецияла туй тантанаһы мәлендә кейәү ҡайҙалыр юғалып тора, ошо ваҡытта өйләнмәгән бар егеттәргә кәләште үбеү мөмкинлеге бирелә. Ә кәләш ниндәйҙер сәбәп менән күҙ уңынан юғалһа, кейәүгә сыҡмаған бар ҡыҙҙар кейәүҙе үбеп ҡалыу өсөн ябырыла икән.

Кениялағы масаи ҡәбилә­һендә туйға йыйылған халыҡ кәләштең башына һарыҡ майы һөртә. Ә атай кеше ҡыҙының битенә һәм күкрәгенә төкөрөп, фатиха бирә – был бәхет һәм уңыш килтерә тип иҫәпләнә. Һуңынан кәләш артына ҡарамай ғына кейәүе янына йүнәлергә тейеш икән.

Кореяла туй тантанаһы аҙа­ғында кейәүҙең аяҡ кейемен систереп, таяҡ йәки киптерелгән балыҡ менән һуғалар һәм төрлө “уңайһыҙ” һорауҙар биреп йөҙәтәләр. Был ғаилә тормошона аяҡ баҫҡанда кейәүгә көс-ғәйрәт өҫтәй тип һанала икән.

Германияла туй ваҡытында бөтә ҡунаҡтар алдында кәләш менән кейәүгә утын бысырға ҡушалар. Был – ғаиләнең ауыр­лыҡтар алдында баш эймәй, килеп сыҡҡан проблемаларҙы бергә, килешеп хәл итергә әҙер икәнлегенә ишара.

Конгола туй тантанаһы кеше тормошоноң иң етди ваҡиғаһы тип һанала. Кейәү менән кәләшкә был көндә күңел асыу, йылмайыу ҡәтғи тыйыла;

Һиндостанда туйҙың иң тантаналы өлөшөндә кейәү аяҡ кейемен сисә. Ике яҡ араһында уның өсөн алыш башлана. Ҡыҙ яғы ботинкалы булһа, егеттең туғандарына уны һатып алыу өсөн байтаҡ ҡына аҡса түгергә тура килә.

Маврикияла ҡыҙ кеше кейәүгә сығыр алдынан һимерергә тейеш. Кәләш ни тиклем тулыраҡ икән, ғаиләнең матди хәле шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ тип иҫәпләнә.


Вернуться назад