Туй – йыйын, һый ҙа уйын01.03.2019
Ғүмер кешегә ике килмәй, шуға күрә тормош юлдарын үкенескә ҡалдырмай, татыу ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтереп, күрше-күләнгә, дуҫ-ишкә өлгө булып үткәреү фарыз. Кеше яҙмышындағы иң күркәм байрам – туй йәрәшеү тәртиптәре лә заманалар ағышында онотола, үҙгәрә бара бит.

Борон ата-әсәләр балаларын бишектә саҡта уҡ йәрәштерер бул­ған. Уны бишек туйы, икенсе төрлө һырға туйы, ҡолаҡ теш­ләтеү йолаһы тип әйтергә лә була. Был йола ХIХ быуатҡа тиклем ҡайһы бер яҡтарҙа һаҡланып килгән. Ҡыҙ көйәнтә тотоп һыуға барыр­лыҡ, егет һунарға йөрөрлөк бул­ғас, егеттең атаһы ҡыҙ йортона яу­сы ебәргән. Ул һүҙен: “Юҡ юғалтып йөрөйөм, юғымды табып бирегеҙ!” – тип башлаған. Йорт хужаһы: “Әйҙә, түргә уҙ, юғың беҙ­ҙә булһа, табылыр”, – тип яуап биргән.

Яусының һүҙе үтһә, егет­тең ата-әсәһе киленде һоратырға килә. Ҡыҙ өсөн ҡалым түләргә тейеш булалар. Ҡалым бер нисә баш йылҡы, һы­йыр, ваҡ мал, бал, шаршау, ҡаш­мау, елән, ситек, мәһәр аҡса­һынан торған. Кейәү ҡәйнә ке­ше­гә “инә туны” кейҙергән. Был “һөт хаҡы” тип аңла­тыл­ған. Әгәр ҡыҙ­ҙың ата-әсәһе ризалашһа, никах уҡытҡандар. Республи­кабыҙҙың төрлө төбәк­тәрендә был йола төрлөсә атала: Учалы, Белоретта – никах, Бай­маҡ, Хәйбулла райондарында – бата, Әбйәлил, Бөрйән яҡта­рында – ижәп уҡытыу.

Бәләкәй туй (никах) мәсеттә үткән. Никахты мулла уҡығанға күрә, ҡалымдың бер процентын уға биргәндәр. Йәштәрҙе никахҡа теркәгәндән һуң, ҡоҙалар бер һауыттан ҡымыҙ, буҙа эсеп, йырлап-бейеп күңел асҡан.

Туй ҡыҙ яғында башланған. Мәжлес өс көн, ҡайһы саҡ бер аҙ­на буйы барған. Тантана өс өлөш­тән торған: туй алыу, туй ашы, хуш ашы. Йыр-бейеүҙән тыш, йыш ҡына көрәш, бәйге ойошторғандар. Ҡыҙҙы ата-әсәһе бирнә әҙерләп, инсе мал һәм төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш булған.

Ҡоҙаларҙы ҡаршы алырға сыҡҡанда, һый­лауҙан тыш, ҡыҙ­ҙың туғандары “ҡот алыу” йола­һын күрһәткән. Ҡулына ҡыҙыл таҫ­ма таҡҡан ҡоҙаны баҫтырып етеп, таҫманы тартып алғандар. Ҡыҙыл таҫма алыу ғаилә ҡотон, бәхет алыу тигәнде аңлатҡан.

Артабан ҡыҙ яғында ҡыҙҙы йәшереү, кейәү йыртышы, кейәү сәйе, туй малы алыу, ҡыҙыл туй, ҡыҙ оҙатыу йолалары башҡарылған.
Икенсе көндә мәжлес егет яғында дауам иткән. Бында килен төшөрөү, килен билен сисеү, килен һөйөү, йыуаса, кейәү күре­неше, һыу юлы кеүек йолалар уҙғарыла. Ә өсөнсө көн туй сыбыртҡылау, килен сәйе, хуш аяғы менән тамамланып ҡуйған.
Һәр кемдең үҙ йолаһы тигән­дәй, һәр төбәктең үҙенсәлеге бар.

Йәрәштереү ваҡытында ҡул­ланылған йолалар хәҙерге ваҡыт­та ҡыҫҡартылып үткәрелһә, сең­ләү йолаһы бөтөнләй күҙәтелмәй. Әгәр килен-ҡыҙ кейәүгә сығырға теләмәһә, ата-әсәһенә үпкәһен бел­дереп сеңләр булған йә тыуған йорто, әхирәттәре менән хушлашып илаған. Тағы ла ҡыҙ урлау тураһында ишеткәнегеҙ бар­ҙыр. Был йола туй сығым­да­рын ҡыҫҡартыр өсөн уңайлы булған.

Әйткәндәй, туй йолалары башҡорт теле лексикаһын байыта, сөнки күп кенә туғанлыҡ атамалары барлыҡҡа килә. Ә туған­лыҡ атамалары менән аралашыу матур ҙа, яғымлы ла. Шулай уҡ туй барышында ижад ителгән йыр, таҡмаҡ, әйтештәр башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын тулыландыра.

“Йола тере тормош аға­сылай. Тамыры тәрән, олоно, япрағы йәш, яңыра бара. Мәҫәлән, “Һыу юлы” йолаһын ҡалала үткәреп булмай. Әммә уның фекер тоҙо, функцияһы күңел асып, шау-шыу, уйын-көлкө ойоштороу уйы менән киленгә ҡоҙоҡ йә шишмә юлын күрһәтеү генә түгел. Юғиһә тамаша булыр ине. Ә “һыу юлы”ның йола аҡылы ифрат тәрән. Уның мифологик нигеҙендә — икенсе ырыу кешеһенең был яҡтың һыуын (эйәһен) ҙурлауы, баш эйеүе, “күңелен” күреүе. Бөтә оҙатыусылар (егет яғы) шаһит­лығында ҡыҙ (ят кеше) һыуға өлөш сығарып (тәңкә ташлап), уның (эйәһенең) ризалығын ала, һыу алыу хоҡуғына эйә була, сөнки һыу — мәшһүр ғүмер көсө, тереклектең йәшәү тамыры һәм уның ер-яҡ хужаһы бар. Шулай булғас, ҡалала егет йортонда крандан беренсегә һыу алыуҙы ла йола итеп үткәрергә тейешбеҙ. “Һыу риза ҡалһа, тормош та ҡотло була”, ти халыҡ аҡылы.

Йәки туйҙа бүләк бирешеү — үҙе бик мөһим мәл. Әммә ҡәҙерен белгән кеше (төп ҡоҙа) өсөн ҡыҙыл баш таҫтамал иң оло, ҙур мәғәнәле ҡәҙерле бүләктән һанала. Унда тамға, билге, төҫтәр берлегендә серле мәғлүмәт, ҡот, тыуым-үрсем, Ил кешеһе булыу идеологияһы бирелә.
Ижади фекер менән туй һү­рәт­­ләмә­ләрен уҡығыҙ, ама­натҡа хыянат итмәй, заманса әҙәп-әхлаҡҡа таянып, туй йолаһын йола итәйек, көс туплайыҡ”, – тип яҙа филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева.

“Заман туйын эскеһеҙ, мә­ғә­нәле, йөкмәткеле итеп үткә­рәйек — иң мөһиме, йәштәрҙең беренсе көндән үк ныҡлы ғаилә төҙөүенә ҡөҙрәтле ойотҡо (код) һалайыҡ! Иҫерек әйткән теләк — төптө алдаҡ, шайтан ҡотҡоһо бит ул”, – ил инәһенең был һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.


Вернуться назад