Нимә ул буллинг?01.03.2019

Йәберләүҙең эҙемтәһе булмаһын.

Балалар үҫкән осорҙа атай-әсәйҙәр төрлө проблемалар менән күҙмә-күҙ осраша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер күренештәрҙе алдан күҙаллап, булдырмау ихтималлығын хәстәрләү мөмкин түгел. Мәҫәлән, “буллинг” тигән сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән, әммә йәмғиәттәге әсенеүле хәлдәрҙең береһен һүрәтләгән төшөнсәне генә алайыҡ.

Балаң башҡаларҙан айырыламы?

Бер танышым менән донъяуи хәл-әхүәл­дәрҙе барлағанда, ул ошондай мәғлүмәт еткергәйне: “В. исемле малай беҙҙең клас­ҡа уҡыу йылы уртаһында параллель кластан күсте. “Балалар һәм уҡытыусы менән уртаҡ тел таба алмаған”, – тип ҡыҫҡаса ғына аңлатты етәксебеҙ. Бәғзеләр: “Баш­ланғыс класта уҡ шундай проблема булыуы мөмкинме?” тип баш ватҡансы, күңелһеҙ ваҡиғалар сылбыры үҙен көт­төр­мәне. Яңы малайҙы беҙҙең балалар ҙа ҡабул итмәне. Мыҫҡыллауҙар, төрткө­ләүҙәр башланды. Тәнәфестә йәки дәрес­тән һуң йыйылышып, В.-ны йыҡһын­дармы, әйберҙәрен тартып алһындармы, исем таҡһындармы – ҡыҫҡаһы, эҙәр­лекләү башланды. Һораша тор­ғас, В.-ның бик тын­ғы­һыҙ булыуын, тәртибе хөрт икәнлеген, ҡай­һы бер ҡыланыштары ҡәҙимге ҡалып­тарға һыймағанын белдек. Икенсе яҡтан, тағы бер дәлил асыҡланды: В.-ның әсәһе йыш ҡына уҡыу йортона килеп, балалар һәм уҡытыусылар менән мөнәсәбәт асыҡлай, әрләшә һәм янай икән. Тик уның улын яҡларға тырышыуы кире һөҙөмтәгә генә килтерә – класташтары тыйылыу урынына, киреһенсә, ажарланып, “ошаҡ­сы”­нан үс ала, имеш. Ә бит коллективта на­сар балалар уҡы­май! Барыһы ла яҡшы ғаиләләр­ҙән, ата-әсәләре лә төшөп ҡал­ғандарҙан түгел. Айырым алған­да, һәр бала бынамын тигән, уңыш-ҡаҙаныштары ла бар, үҙ-ара уртаҡ тел дә таба беләләр. Ни сәбәпле В.-ны класташтары ҡабул итмәй – был минең өсөн аңлашылмай, сөнки уның ише тәртибе аҡһаған башҡа малайҙар ҙа бар”.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ҡәҙерле ба­ла­ғыҙ психологик һәм физик йәберләүгә дусар түгелме? Кешегә ҡарата физик һәм психо­логик, әхлаҡи баҫым яһау, көс ҡулланыу сә­бәптәре төрлө булыуы ихтимал: йәм­ғиәт­тәге социаль урыны, милләте, тышҡы ҡиәфәте, коллективта яңы кеше булыуы – исемлекте дауам итергә мөмкин. Йәғни башҡа­ларҙан ниндәйҙер аныҡ айырма бар икән, рәхим ит: кешеләргә бының оҡ­ша­мауы ихтимал. Күп­селек осраҡта түбән финанс хәлле ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар йәберләнә: уларҙың кейеме, ҡиә­фәте, һөйләшеүе һәм башҡа сифаттары йәш­тәштәре тарафынан агрессия сәбәбе булыуы ихтимал. Класҡа яңы килгән ба­ла­ларҙы ла коллективтың ҡабул итмәүе бар. Ғөмүмән, балаға ҡасан һәм нимә өсөн һөжүм итеүҙәрен алдан күҙаллау бик ауыр.

Буллинг ни өсөн хасил була? Үҫмерлек осоро – һәр бала өсөн ҡатмарлы, үҙенсә­лекле ваҡыт. Улар көслө хис-тойғоло тет­рә­неүҙәр кисерә, организмдағы гормональ үҙ­гәрештәр ҙә тәьҫир итә. Тап шул осорҙа бихисап балалар депрессияға, апатияға дусар, яҡындары менән уртаҡ тел таба ал­май. Буллинг та ошо ваҡытта таралған күренеш: үҫмер үҙенән көсһө­ҙөрәкте кәм­һе­теп, мыҫ­ҡыллап үҙ-үҙен раҫлай, әһә­ми­әт­лелеген тоя, был – иң ябай һәм ҡу­лайлы ысул. Шуныһын да онотмайыҡ: күп­се­лек осраҡта үҙ ғаиләһендә лә физик һәм психологик кәмһетеү кисергән балалар эҙәр­лекләүгә дусар, тигән фе­керҙә психологтар.

Баланы йәберҙән ҡотҡарыу­ҙың универсаль юлы юҡ, әммә уны булдырмау ысулдары бар. Йәштәшен тәүге тапҡыр кәм­һет­кәндә, ғәҙәттә, үҫмерҙәр һығымта яһай: ҡорбан меҫкенләнеп ҡа­лырмы, әллә яуап бирерме? Йыш ҡына буллингты битарафлыҡ йәки ныҡ итеп ҡаршылашыу туҡтатыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, “ҡор­бандың” үҙ-үҙен тотошона ҡарап, артабан нимә эшләргә икәнлеген хәл итәләр.

Йәберләнгән үҫмер үҙе ғә­йепле, тип һис кенә лә әйтергә ярамай. Мөмкинлек бар икән, балағыҙҙы спорт түңәрәгенә мотлаҡ йөрөтөргө кәрәк. Эш уның физик яҡтан көслө буласағында ғына түгел: ул агрессив уйҙарын тыйырға, низағлы хәлдәрҙән йоҙроҡ уйнатмай ғына сығырға, тәртипкә өйрәнәсәк. Икенсе яҡтан, физик яҡтан көслө үҫмер йәштәштәрендә, ғөмүмән, хөрмәт уята.

Сәбәп эҙләмәгеҙ – ярҙам итегеҙ

Әгәр ҙә эҙәрлекләү башланған икән, кисекмәҫтән сара күрергә, тик һәр йәһәттән һаҡ булырға кәрәк, ти психологтар. Буллинг­тың сәбәбен эҙләп маташҡансы, тиҙ арала проблеманан сығыу юлдарын хәстәрләү зарур. Ғәҙәттә, хәлде көс ҡулланып йә иһә мыҫҡыллағандарҙан үс алып ҡына яйға һалып булмай.

Ғөмүмән, буллинг низағтан, үҙ-ара һуғышыуҙан нимәһе менән айырыла? Низағ тыуһа, ҡаршы яҡ үҙ-ара килешеп, күҙмә-күҙ проблеманы хәл итеүе ихтимал. Ә буллинг – тотош төркөмдөң бер кешегә ҡаршы сығыуы, тимәк, мәсьәләне бер һәм берәгәйле хәл итеп булмай.

Әлбиттә, иң тәүҙә сетерекле хәл хаҡында класс етәксеһе менән уртаға һалып һөйләшеү, физик йәберләү булған икән, башҡа балаларҙың ата-әсәһен дә йәлеп итеү талап ителә. Кәрәк икән, полицияға мөрәжәғәттән тартынмағыҙ: ғәҙәттә, ҡылыҡтары өсөн яуап бирмәгән, яза алмаған үҫмерҙәр тыйылырға уйламай ҙа, артабан улар йәштәшенә ауыр йәрәхәт йәки психологик зыян килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн мәктәпте алмаштырырға ла тура килә.

Ә ата-әсәләргә балаларын низағлы хәлде һәм эҙәрлекләүҙе айырырға өйрәтергә кәрәк. Бигерәк тә кемделер кәмһетеүгә ҡарата бала: “Юҡ, мин был эштә ҡатнашмайым”, – тип үҙ позиция­һын белдерергә өйрәнергә тейеш. Иң ябай, әм­мә мөһим ҡағиҙә: балаларығыҙҙың кәйе­фен, хәл-торошон күрергә, аралашырға кәрәк. Ғөмүмән, уның менән йылы мөнә­сәбәттәһегеҙ, асыҡтан-асыҡ һөйләшәһегеҙ икән, был күп проб­лемаларҙы ваҡытында күрергә ярҙам итәсәк. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй: мәктәптә көнө нисек үтеүе, ниндәй яңылыҡтар бар­лығы, кәйефе хаҡында һораһағыҙ ҙа байтаҡ нәмә асыҡланасаҡ. Бала ата-әсәһенә ышана икән, буллинг осрағы шунда уҡ беле­нәсәк. Артабан хәлде педагог­тарға еткереү, мәктәптең социаль хеҙмәткәренә йә иһә психолог­тарға мөрәжәғәт итеү фарыз.

Шуныһы: буллинг йышыраҡ осраҡта тап мәктәптәрҙә күҙәтелә. Аптырарға түгел: бында балалар уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары, кү­ңел­дәренә ятҡан ғәмәлдәре ниге­ҙендә түгел, ә белем алыу өсөн йыйылған. Шуға ла коллективта кемделер эҙәрлекләү бул­маһын өсөн, уларҙы ыңғай маҡсат-шө­ғөл­дәр, ҡыҙыҡлы идеялар менән берләш­те­рергә кәрәк. Ошо ябай ғына төшөнсәләр юҡ икән, тимәк, агрессия һәм кире күре­нештәр өсөн нигеҙ хасил булыуы ихтимал.

Уҡытыусыларға ла һиҙгер, уяу, иғтибарлы булыу зарур. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта педагогтар мәктәптең бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ мәшәҡәттәре, ҡағыҙ эше, план үтәү һәм башҡа ғәмәлдәр менән мәшғүл, ҡайһы бер осраҡта улар бәғзе борсоулы хәлдәргә күҙ йомоп ҡарай, әһәмиәт биреп еткермәй.

Ғәзиз балаһы буллинг ҡор­банына әйләнгән атай-әсәйҙәргә нимә эшләргә? Тәүге сиратта баланы хәстәр һәм йылылыҡ менән солғап алырға, күңелендә хәүефһеҙлек тойғоһо уятырға тырышырға кәрәк. Психотера­певҡа мөрәжәғәт итеү ҙә ҡама­сауламаҫ: күпселек мәктәптәргә хас булған был проблеманы еңергә профессиональ белгес мотлаҡ ярҙам итер.

Ирина ХОХ,
психология фәндәре кандидаты,
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
медицина психо­логияһы буйынса
штаттан тыш баш белгесе:

– Бындай хәлгә тарыған ғаи­ләләргә тәү сиратта тыныслыҡ һаҡларға, ҡабалан аҙым яһамаҫҡа кәңәш итер инем. Бигерәк тә баланы башҡа мәктәпкә күсереү мәсьәлә­һендә. Тиҙ арала класс етәксеһе менән осрашып, хәл тураһында мәғлүмәт еткерергә кәрәк, сөнки уҡытыусы мәктәп эсендәге хәлдәр менән аҙмы-күпме хәбәрҙар булһа ла, виртуаль селтәрҙә барған буллинг (кибербуллинг) тураһында белмәүе лә ихтимал.

Етәксе класта баланың психологик хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы, ә буллинг (кибербуллинг) – уны боҙоу күренеше. Ата-әсәләр педагогтың хәлде төҙәтеү буйынса яһаған аҙымдарын белеп торорға тейеш, сөнки, ғәҙәттә, ул йәштәшен йә­берләгән уҡыусы һәм уның “ҡорбаны” менән тәрбиәүи һөйләшеү үткәреү менән генә сикләнә. Был һис тә дөрөҫ түгел. Буллинг – тотош кластың “сире”, бер яҡтан, уҡытыусының да етешһеҙлеге. Бик һирәк осраҡтарҙа ошолай булыуы ла мөмкин: педагог, бәғзе баланың лидерлыҡ сифаттарын күреп (ҡайһы саҡта улар ыңғай йүнәлешле булмай), уға ниндәйҙер кимәлдә коллективҡа идара итеү мөмкинлеген тапшыра.

Буллингта өс яҡ бар: булли (агрессор), ҡорбан һәм өндәшмәгән күп­селек. Бына ошонда төп бәлә – процестан берәү ҙә ситтә ҡалмай. Был осраҡта класта оҙайлы һәм планлы тәрбиәүи эш алып барыу фарыз. Ҡорбан булған балаға психологка йәки психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, сөнки буллингтың эҙемтә­ләре аҙаҡ, ваҡыт үткәс тә, беленеүе ихтимал. Белгес шулай уҡ баланың ни өсөн ошо хәлгә эләккәнен дә асыҡларға ярҙам итәсәк.


Вернуться назад