“Аҫылташ Х” халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ01.03.2019
“Йәш яҡташтар берлеге” ассоциацияһының тарихы алыҫ.

2000 йылдарға барып тоташа. Хәйер, ул совет заманында ла булған, әммә 2008 – 2009 йылдарҙа ғына әүҙем йәштәр, район берлектәрен бер­ләштереп, ассоциация төҙөргә һәм рәсми теркәлергә тигән ҡарарға килә. Ун йыл эсендә ойошма шаҡтай үҫеш кисерә, быға тиклем биш кенә район берлеге төҙөлһә, бөгөн улар – 23!

Әүҙем йәштәр “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үҙҙә­ре­нең юбилейы уңайынан үҙенсә­лекле сара ойошторҙо. Шат йыл­майған йөҙҙәр, ихлас ара­ла­шыу, “түңәрәк өҫтәл”дәр, сағыу күр­гәҙ­мәләр, меңәрләгән йәш яҡташтың бер­ләшеүе – бы­лар­ҙың барыһын да кисәлә күрергә мөмкин булды. “Йәш яҡташтар берлегенең муниципаль ойошма­ларҙың социаль-иҡтисади үҫе­шенә йоғонтоһо” тигән темаға һөй­ләшеү үткәрелде. Унда Рә­сәйҙең Дәүләт Думаһы һәм Башҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика министрлыҡтары етәксе­ләре, район башлыҡтары ҡатнашты. Әңгә­мә бик ҡыҙыу барҙы, төбәкте, район­дарҙы үҫтереүгә етди тәҡдимдәр яһалды.

Әүҙем йәштәр былтыр ғына рес­пуб­ли­каға 1,3 миллион һум күләмендә гранттар йәлеп итеүгә өлгәшкән. Улар үҙҙәре ойош­торған “Аҫылташ Х”, “Ufaforum”, “Урал ми­раҫы” һәм башҡа тиҫтәгә яҡын форумды ха­лыҡ-ара кимәлгә сығарырға ниәтләнә. Ә район берлектәре һанын мотлаҡ 57-гә еткерергә тигән маҡсат ҡуйылған. Бөгөн ойошма етәксеһе итеп М. Аҡмулла исемен­дәге БДПУ-ның башҡорт фило­логияһы факультеты студенты Байрас Азаматов тәғәйенләнгән.

Юбилей концертында залға тамашасы шығырым тулды, алма төшөрлөк тә урын булманы. Рухлы йәштәр әҙерләгән матур тама­шаны эстрадабыҙҙың танылған йондоҙҙары Zainetdin, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Зилиә һәм Юлиә Бәхтиевалар, “Guzeldance” бейеү ансамбле биҙәне. Һәр сығыш ҙур көс һалып, еренә еткереп баш­ҡарылды. “Йәш яҡ­таштар берлеге” ассо­циа­цияһын Башҡортос­тандың йәштәр сә­йәсәте һәм спорт буйынса министры Рус­лан Хәбибовтың тәб­рикләүе кисәнең мәртәбәһен арттырҙы. 

– Йәштәрҙең әүҙемлегенә һоҡланам. Уларҙың көн дә кистәрен беҙҙең идара йортонда йыйылыуын күрәм, һуңға тиклем шунда эшләйҙәр, идеяларын тормошҡа ашы­ралар. Бөгөн ошондай ҙур сара үткәре­лә икән, был – тик уларҙың ҡаҙа­нышы, – тине Руслан Хәбибов.

Ысынлап та, был көндә зал­дағы ике меңгә яҡын йәш та­ма­шасының йөрәгенә ут һал­ғандыр “Йәш яҡташтар берлеге” ассо­циацияһы. Әүҙем йәштәрҙең маҡсат­тары, хыялдары һәр кемде ҡанатландыра, тап уларҙың идеялары, ҡаҙаныштары Башҡортос­танды яҡты киләсәккә илтә.


Вернуться назад