Газ килгәс, йәшәүе лә күңелле!01.03.2019
Шәхси торлаҡ айырым йылытыуға күсеп бөтөп бара.

Стәрлетамаҡ районында өсөнсө йыл рәттән, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылдың 29 ғинуарында ҡул ҡуйылған ҡарарына ярашлы, район һәм ҡалаларҙа фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү эше уңышлы тормошҡа ашырыла.

Наумовка төбәктә ҙур ауылдарҙан һанала. 2016 йылда ул, тәүгеләрҙән мөһим проектҡа ҡушылып, халыҡтың шәхси фатирҙарын айырым йылы­тыуға күсерҙе. Бөгөн унда рәхәт­ләнеп уңайлы шарттарҙа көн итәләр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарылған. Ауылдағы 11 йорттоң (290 фатир) һигеҙендә 189 торлаҡ автоном йылытыуға күсерелгән. Ә ҡалғандарында, газ ҡаҙанлыҡтары урынлаштырыу мөмкинлеге булмаған­лыҡтан, был эш кисектереп торола.

Яңы төҙөлгән дүрт модулле-блоклы ҡаҙанлыҡ әлегә социаль-мәҙәни объекттар, административ биналарға хеҙмәт итә. Яңы ҡаҙанлыҡтар ҡул­ланыусыларҙы ышаныслы һәм сифатлы йылылыҡ менән тәьмин итә.

Халыҡтың һорауы буйынса Октябрьский ауылында ла фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсергәндәр. Бөгөн 96 фатир хужаһы зәңгәр яғыулыҡтан файҙалана. Бельское ауылында иһә әле 310 фатир автоном йылытыла. Былтыр ҙа ошо программа сиктәрендә Рощинский менән Үрге Уҫылы ауылдары торлағы айырым йылытыуға күсерелгән, улар әле рәхәтләнеп донъя көтә.

Социаль яҡтан мөһим проекттың подрядсыһы — “Билд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, ә субподрядсылары иһә — “Башкоммунприбор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Өфө ҡалаһының “Сантек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Шуныһы мөһим: улар ҡыҫҡа ғына ваҡытта һәр фатирҙа йылытыу системаһын алмаштырып, газ ҡаҙанлығы урынлаштырған. Автоном йылытыуға бөтәһе 26 йорттағы 419 фатир күсерелгән. Подрядсы ойошмалар фатирҙарға ҡеүәтле һәм ышаныслы сит ил фирмалары “Bosch”, “Buderus” етештергән газ ҡоролма­лары, радиаторҙар урынлаштырған.

— Элек ҡышҡы һыуыҡтарҙа өшөп-туңып ултыра инек, хәҙер өйҙә йылы, шөкөр. Йәшәүе лә күңелле, иртән тороп газда тәмле аш бешереп, яҡындарымды ҡыуандырам, — ти Наумовка ауылынан хаҡлы ялдағы Наталья Явнова. — Быға тиклем йылылыҡ өсөн 1–1,5 мең һум аҡса түләһәм, әле 400 һум тирәһе генә китә. Беҙҙе ҡайғыртып, көнкүреш шарттарыбыҙҙы яҡшыртҡандары өсөн етәкселәргә рәхмәт!


Вернуться назад