Күп функциялы мәҙәниәт йорттарының өҫтөнлөгө бихисап.
Стәрлетамаҡ районының Наумовка халҡы өсөн оло бүләк булараҡ, бынан ике йыл элек Күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды. Ҙур сәхнә, тамаша залынан тыш, бында ижади коллективтар өсөн бейеү залдары, спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәргә махсус тренажер, мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәғәйен уйын бүлмәләре, иркен китапхана урынлашҡан.
– “Наумовка ҡалаҡсылары” өлгөлө коллективы – беҙҙең брендыбыҙ. Етәкселәре Юлиә Дьяконованың тырышлығы менән төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулап, “Өлгөлө халыҡ ҡоралдары ансамбле” тигән исемгә лайыҡ булдылар. Унан тыш, йыр һәм бейеү коллективтары ла даими уңыштары менән ҡыуандыра. Һәр сараны күмәк көс менән, кәңәшләшеп әҙерләйбеҙ, берҙәм булғас, һәйбәт һөҙөмтәләр ҙә үҙен оҙаҡ көттөрмәй, – ти мәҙәниәт йорто директоры Ольга Тупичкина.
Ҡалаҡсыларҙан тыш, мәҙәниәт усағын “Туған моңдар” вокаль, “Нимфа” бейеү коллективтары биҙәй. Улар ҙа, район һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, тыуған төйәктәренең абруйын күтәрә.
Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу уйын бүлмәләре булыуы ла оло ҡыуаныс. Бында балаларҙы йәнһүрәт ҡарау өсөн телевизор, йәнә төрлө уйынсыҡтар һәм приставкалар көтә. Шулай уҡ майҙансыҡта кескәйҙәр өсөн үҫтереүсе уйындар ҙа әҙерләнгән.
Китапхана – элек-электән ауыл тормошоноң белемгә, яҡтыға һәм мәҙәниәткә әйҙәгән айырылғыһыҙ өлөшө. Наумовка модель ауыл китапханаһы ла шундайҙарҙан. Елена Степанова һәм Наталия Макарова эшләгән учреждение хеҙмәтенән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә иркен файҙалана ала. Бының өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Балалар өсөн китапханала “Уҡы әле!” һәм ололарға “Флоранж” ҡыҙыҡһыныусылар клубы эшләй. Уларҙың төп бурысы – ижади һәләттәрҙе үҫтереү, китапҡа һөйөү уятыу.
“Беҙ – ҡышлаусы ҡоштарҙың дуҫтары”, “Белемеңде тикшер”, “Изге эштәр ҡылабыҙ” һәм башҡа акцияларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша китапхана. Уның хеҙмәткәрҙәре даими эҙләнеү өҫтөндә, китап уҡыуҙы пропагандалау өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап таба.
Хәҙерге заман китапханаһын яңы технологияларһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Наумовка күп функциялы мәҙәниәт йорто китапханаһында, күнегелгән алымдарҙан тыш, инновациялы ысулдар ҙа ҡулланыла. Үткән йылда электрон зал үҙ эшен башлаған, әле “Релаксация – һаулыҡҡа юл” проекты өҫтөндә эш бара.
Китапханала, китап уҡыуҙан тыш, тағы күп ҡыҙыҡлы шөғөлдәр табып була, тигән ҡарашты раҫлай наумовкалар. “Китап һәм китапхана менән һәр осрашыу күңелле ваҡиғаға әйләнһен”, – ти улар.
Күп функциялы мәҙәниәт йортонда спортҡа ла иғтибар бүленә: тренажер залы эшләп килә. Сәләмәт тормош яҡлы һәр кем, теләгән ваҡытта килеп, үҙенең һаулығын нығыта ала. Республикала төп спорт төрҙәренең береһе булған хоккей ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай: Наумовканың үҙендә генә ете команда бар икән.
Ауылда Күп функциялы мәҙәниәт йортон төҙөү урындағы халыҡты төрлө яҡлап юғары сифатлы хеҙмәтләндереүгә мөмкинлек бирә.
“Йәшенең дә, ҡартының да талаптарына яуап биреү өсөн был бик уңайлы”, – ти хеҙмәткәрҙәр ошо хаҡта.