Күршеләр ҡунаҡҡа килә28.02.2019
Быйыл 17-18 апрелдә Өфөлә Татарстан Республикаһы көндәре үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған сарала ике республиканың да етәкселәре — Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов ҡатнашасаҡ.

Ҡунаҡтар Өфөнөң бер нисә сәнәғәт предприятиеһында, вуздарҙың технопарктарында буласаҡ. “Татарстан – Башҡортостан” тигән бизнес форум ойоштороу ҡаралған. Форум сиктәрендә машиналар эшләү, нефть сәнәғәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм темалары буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр үтәсәк.

Татарстан Республикаһы көндәре сиктәрендә “Нур” театры алдында татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыласаҡ, бик күп мәҙәни һәм спорт саралары ойоштороласаҡ.


Вернуться назад