Министрлыҡ ярҙам итәсәк28.02.2019
Министрлыҡ ярҙам итәсәкКисә Өфөгә Рәсәй Транспорт министры урынбаҫары Александр Юрчик килде. Республика Хөкүмәте йортонда үткән кәңәшмәлә “Өфө” аэропортының аэродром комплексын артабан үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Абдрахимов, финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова һәм башҡа яуаплы кешеләр ҡатнашты.

“Пассажирҙар һаны йылдан-йыл күбәйә. Һуңғы биш йылда ул 1,5 тапҡырға артты һәм былтыр 3,2 миллион пассажирға етте”, – тине аэропорттың генераль директоры Александр Андреев


Шуға күрә Өфөнөң һауа ҡапҡаларын модернизациялау зарурлығы бар. Был эш ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнгән ваҡытта башланғайны, хәҙер артабан дауам итәсәк. Александр Юрчик проекттың бик амбициялы булыуын билдәләне һәм эштәрҙе бер нисә этапҡа бүлеп дауам итергә тәҡдим итте.

Авиамаршруттарҙы субсидиялау мәсьәләһендә лә министрлыҡтан ярҙам буласаҡ. Төбәк-ара авиаташыуҙы финанслауҙа ярҙам итеү өсөн республика Хөкүмәте быйыл 102 миллион һум аҡса бүлгән. Әле Өфөнән Ырымбурға, Һамарға, Краснодарға, Дондағы Ростовҡа маршруттар бар.

Яҡын арала Түбәнге Новгород, Ижевск, Киров, Пермь һәм Чебоксар ҡалаларына ла һауа маршруттары асыу планлаштырыла.
Александр Юрчик белдереүенсә, төп шарт — проектты финанслауҙа төбәк етәкселәренең ҡатнашыуы.


Вернуться назад