Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 мартта республикала бер аҙ ҡар, урыны менән епшек ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы көтөлә.
Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар өйөмдәре. Ел көньяҡ-көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 5-10, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 15 градусҡа тиклем, көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын.
2 мартта һауа шарттарында әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Температура төндә 2-7, көндөҙ бер градус йылынан 4 градусҡа тиклем һалҡын булыуы күҙаллана.