Сибайҙарҙың берҙәмлегенә йәнә бер дәлил27.02.2019
Сибай – республикала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһын иң әүҙем тормошҡа ашырған ҡалалар рәтендә. Уның халҡы конкурста дүрт йыл рәттән еңеү яулай.

Тәҡдим иткән проекттары нигеҙендә йылдар буйы хәл ителмәгән проблемалар аҡрынлап яйға һалына, халыҡ программаның кәрәклеген йылдан-йыл нығыраҡ тоя.

2016 йылда сибайҙар биш проект өсөн тауыш бирһә, 2017 йылда алты ғариза тапшырылған, былтыр тәҡдим ителгән 17-нең 11-е еңеп сыҡҡан. Быйыл иһә 43 проект комиссия ҡарарын көтә.

Байыҡтырыусылар биҫтәһендә йәшәгән Наталья Әхмәтйәнова менән Зөлфиә Байегетоваларҙың балалары 10-сы мәктәптә белем ала. Улар әйтеүенсә, ата-әсәләрҙән бер төркөм уҡыу йорто директоры Рөстәм Мусинға урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә йыйылыш үткәрелеп, күпселек 7 – 17 йәшлек балалар өсөн робот техникаһы комплекты һатып алыу өсөн тауыш биргән.

– Мәктәптә ҡаланың төрлө биҫтәләренән 250 уҡыусы белем ала, – ти Зөлфиә Илгиз ҡыҙы. – Әммә яҡын-тирәлә уларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ түңәрәктәр эшләмәй, уҡыу йортоноң спорт залы ла юҡ. Әгәр проектта еңеп сыҡһаҡ, балаларыбыҙ буш ваҡытын файҙалы, фәһемле үткәрер ине.

Ә бына “Ирәндек” боҙ һарайы коллективы былтыр программала ҡатнашып, һөҙөмтәлә бинала балалар өсөн ике кейенеү урыны булдырылған.

– Беҙҙә хоккей командаһы алты төркөмгә бүленеп шөғөлләнә. Ошоға тиклем уларға кейемен ҡалдырыу йөрөү мөмкинлеге булманы. Ауыр, ҙур хоккей баулдарын ата-әсә күнекмә һайын өйөнә алып ҡайтырға мәжбүр ине. Хәҙер иһә бының өсөн урын бар. Ата-әсә лә шат, балаларға ла еңел, – ти “Ирәндек” боҙ һарайы директоры Ғаяз Ғәлиәкбәров.

Күренеүенсә, сибайҙар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында бик әүҙем ҡатнаша, һәр йортта, биҫтәлә йәшәүселәр проблемаларҙы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Тап халыҡтың әүҙемлеге, программаға ышанысы арҡаһында йылдар буйы борсоп килгән мәсьәләләр аҡрынлап булһа ла яйға һалына.

Иң мөһиме – проекттың кәрәклеген һәр кем аңлап ҡабул итә, уны тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн кертә. Тәҡдим иткән күпселек проекттарҙың еңеп сығыуы – ҡала етәкселегенең, урындағы власть вәкилдәренең ҡала халҡы менән берҙәм, бер маҡсатта эшләүенә аныҡ дәлил.


Вернуться назад