Бөгөн баш ҡалала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға булышлыҡ ҡылыу буйынса быйылға ҡаралған саралар планы рәсмиләштерелде. Документҡа “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова ҡул ҡуйҙы.Ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә 2012 йылда юл һалынғайны. Шул арауыҡта изге башланғыс һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән меңдәрсә баланы, уларҙың ата-әсәһен, реабилитация үҙәктәре хеҙмәткәрҙәрен һәм, ғөмүмән, битараф булмаған бар кешене бергә тупланы.
“Барьерҙарҙы емереп” йәмәғәт проектына ярашлы, социаль әһәмиәтле бихисап сара тормошҡа ашырыла. Республиканың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәктәре адреслы ярҙам ала. Йыл да үткәрелгән төбәк-ара фестивалдә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән йәш таланттар сәләмәт тиҫтерҙәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә.
Берҙәм саралар планына ярашлы, 2019 йыл дауамында, йолаға һалынғанса, балаларҙы һауыҡтырыу эше дауам итәсәк, “Газовик” теплоходында ҡыҙыҡлы программалы экскурсиялар ойоштороласаҡ, Яңы йыл алдынан төрө тамашаларға йөрөү, бүләктәр таратыу ҡаралған.
“Миңә байрам бүләк ит”, “Донъяға тәҙрә”, “Йәшәй беләм”, “Минең менән йөрөргә сыҡ” проекттары, “Барьерҙарҙы емереп” проектының сайты һәм журналы артабан үҫеш аласаҡ – улар инвалид балаларҙы социаллаштырыу, үҙаллылыҡҡа өйрәтеү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора. Өҫтәүенә быйыл беренсе тапҡыр “Йырҙарымда һин, минең ҡурайлы төйәгем” тигән ижади проект та тормошҡа ашырыласаҡ.
“Барьерҙарҙы емереп” социаль проектына ҡушылған партнерҙар, битараф булмаған кешеләр йылдан-йыл арта. Улар араһында күпселекте “Газпром” Башҡортостанда” ассоциацияһы предприятиелары тәшкил итә.