Үҙәк урамда ҡар шыуып...27.02.2019
Өфөләге Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан йорт янында 18 йәшлек ҡыҙ фажиғәгә тарый яҙған.

Уның башына ҡыйыҡтан ҡар шыуып төшкән. Урынға Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары килгән.

Бәләгә тарыған ҡыҙҙы тикшереү өсөн дауаханаға илткәндәр.

"Кисә ҡыйыҡты таҙартыу эше башҡарылған булған, йәйәүлеләрҙе ҡар шыуыу хәүефе хаҡында иҫкәрткән кәртәләр ҡуйылған", - ти белгестәр. Хәлде асыҡлау дауам итә.


Вернуться назад