Сибайға лаборатория ебәрелерме?27.02.2019
Радий Хәбиров Сибайға күсмә химик-токсикологик лаборатория ебәрергә тәҡдим итте. Ул һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннуроваға ошондай мөмкинлек табырға ҡушты.

Ҡала халҡы менән осрашыуҙа төбәк етәксеһенә Нурғәле Усманов Сибайҙағы сирлеләр һанына ҡағылышлы һорау биргәйне. Гөлнара Зиннурова әйтеүенсә, әле “кеше организмында көкөрт диоксиды йоғонтоһонда тыуған патологик процестар теркәлмәгән”. Табип диагнозды клиник күрһәткестәр нигеҙендә ҡуя һәм вердикт сығара. Уның өсөн ул юридик яуаплылыҡҡа эйә.


Вернуться назад