“Мин бағыусы түгел...”27.02.2019
Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Сибай халҡы һөткә һәм һутҡа талон индерергә тәҡдим итте.

– Балаларҙы ялға ебәрәһегеҙ, ә беҙ, пенсионерҙар, бында ҡалабыҙ, ошо һауаны һулайбыҙ. Урал тау-металлургия компанияһы бағыусы була алыр ине, – тине Сибайҙа йәшәгән ҡатын.


– Мин бағыусы түгел, ә предприятиелағы аварияны бөтөрөү менән шөғөлләнәм. Аңлайышлы булһын өсөн: ноябрҙә – 12 миллион, ғинуарҙа – 47 миллион, февралдә – 91 миллион, мартта – 134 миллион һум – аварияны туранан-тура бөтөрөү менән бәйле сығымдар ғына ла шул сама, – тине компанияның генераль директоры Андрей Козицын.

– Һәр кемгә һөт таратыу кәрәклеген күрмәйем. Әммә ярҙамға ысынлап та мохтаждар бар, – тине Радий Хәбиров һәм социаль блокка сирлеләргә булышлыҡ итеү сараһын күрергә ҡушты.






Вернуться назад