Табиптарҙың эше бөтмәгән27.02.2019
Сибайҙағы Өфө табиптарын 15 мартҡа тиклем ҡалдырасаҡтар. Кәрәк икән уларҙы карьерҙы һыу менән тултырыу эше тамамланғансыға тиклем дә ҡалдырыуҙары ихтимал (20 март). Был хаҡта бөгөн, халыҡ менән осрашыу барышында Радий Хәбиров белдерҙе.

Сибай халҡы әле һаман һаулыҡтары насар булыуға зарлана. Ҡайһы берәүҙәр аҙналар буйы тар белгестәргә яҙыла алмай.

Республика табиптары бригадаһы бында 16 ғинуарҙан бирле эшләй. Сибайҙың балалар һәм өлкәндәр поликлиникаларында токсиколог, пульмонолог, офтальмолог, аллерголог, инфекцианистар, педиатр һәм терапевтар ҡабул итә.

Быға тиклем табиптар 1 марттан ҡайтып китә башлай, тип хәбәр ителгәйне.





Вернуться назад