Урал тау-металлургия компанияһы Сибай ихтыяждарына 200 миллион һум бүлә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала халҡы менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе.
Аҡсаны нимәгә тотоноуҙы Сибай хакимиәте хәл итергә тейеш. Әйткәндәй, был сумма Урал тау-металлургия компанияһының Сибай һәм республика алдындағы башҡа йөкләмәләренән тыш бүленә.