“Смартфондарығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ һәм күберәк уҡығыҙ. Был бик файҙалы”. Сибай балаларына төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай кәңәш бирҙе. Ул ҡаланың балалар моделле китапханаһында булды.
Китапханаға йөрөгән балаларға Рәсәй китап союзынан китаптар бүләк итте ул. Мәктәп уҡыусылары Радий Фәрит улына үҙҙәренең мауығыуҙары, спорт менән шөғөлләнеүҙәре, яратҡан китаптары тураһында һөйләне.
Сибайҙың алдынғы китапханаларының береһе ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Унда 35 мең самаһы китап, 60 төр гәзит һәм журналдар бар, бынан интернетҡа сығыу мөмкинлеге булдырылған. Ете мең самаһы бала йөрөй китапханаға.