“Сибай, дыши!” төркөмө вәкиле Эдуард Латипов Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицындан Сибай халҡының һаулығына зыян килтергән өсөн аҡсалата компенсация түләүҙе һораны.
Андрей Козицын иһә, компенсация тураһындағы ҡарарҙы тик суд сығара һәм уны түләү өсөн яуаплыларҙы ла ул ғына билдәләй ала, тип яуапланы. Компания етәксеһе әйтеүенсә, әле Сибай карьерына һыу тултырыла, йәмғеһе 385 мең кубометр һыу кәрәк.
– 20 мартҡа тиклем эште тамамлай алһаҡ, бик шәп. Артабан ике ай хәлде күҙәтәсәкбеҙ. Барыһы ла яҡшы булһа, карьерҙы киптереп, окисланыу усаҡтарын мәте менән ҡаплаясаҡбыҙ, – тине ул.