Республика етәксеһе Радий Хәбиров 27 февралдә Сибай халҡы менән осрашыуҙа әйтеүенсә, кәрәк булһа, Сибай карьеры шахталары ябылып, һыу тултырылсаҡ.
Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын карьерҙағы хәл һәм уны яйға һалыу буйынса башҡарылған эш тураһында һөйләне. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сибай карьерын ябып, бөтә эште туҡтатыуҙы, ҡаланы “таҙа ергә” күсереүҙе талап итте.
Андрей Козицын белдереүенсә, әле шахтаның яртыһы ябылған, таусыларҙың мәшғүллеге мәсьәләһе тора – 800 кеше эшһеҙ ҡаласаҡ.