V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың июнендә Өфөлә үткәрелә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, республиканан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү маҡсатында ҡул ҡуйылды. Конгресты үткәреү башланғысын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдим итте.
Указ менән сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты раҫланды. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы менән берлектә 1 апрелгә тиклем әҙерлек планын төҙөргә һәм раҫларға ҡушылды. Республика Хөкүмәтенә ошо Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сараларҙы финанслауҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.