Насип исемле танышым бар минең. Мәҙәниәт техникумын тамамлағас, ауыл мәктәбендә баян түңәрәген алып барғанын белә инем. Бер мәл Өфөлә осраттым. Ярты йыл ғына эшләгән дә бөтөнләйгә һыҙған икән.
– Ҡуй, ауылда йөрөр өсөн уҡығанмы мин?! Өфө сәхнәләрен гөрләтер кеше ул үҙем, – тип сығып китеүенең сәбәбен аңлатты ул. – Бына филармонияға барырға йыйынып йөрөйөм. Алырҙар тип уйлайым.
– Һине лә алмағас, кемде алһындар! – тип хуплайым Насипты. – Бына тигән буй-һын. Баянда бер һыҙҙырып ебәрһәң, хатта үлгәндәр тороп ултырыр әле.
– Шулай шул! – Танышымдың ауыҙы йырылды.
Күп тә үтмәй, яҡташымдың, ысынлап та, концертта баянда һыҙҙырғанын күреп, ифрат ҡыуандым. Бирелеп уйнаны, халыҡ та оҡшатты. Һуңынан ҡат-ҡат сәхнәгә сығарҙылар. Насипты сәхнә артынан барып табып, ҡыуанысымды белдерҙем, ҡотланым.
Унан һуң шаҡтай ваҡыт үтте. Көндәрҙең береһендә Насипты тағы урамда тап иттем. Хәл-әхүәл һорашҡас, ул:
– Филармониянан киттем, – тине.
– Ниңә? Урының тап шунда ине бит.
– Кит, шул да булдымы эш! – Насип ҡулын һелтәне. – Өйгә лә йоҡҡан юҡ. Гастролдәрҙән тамам арыным. Көн буйы юлда, төн буйы юлда. Режим боҙолоп бөттө. Ә мин саҡ ҡына йоҡламаһам, кеше түгел.
– Хәҙер ҡайҙа эшләйһең?
– Әлегә урынлашмағанмын әле.
– Тиҙерәк эш тап инде. Ҡалала аҡсаһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк, – тип кәңәш биргән булам.
– Ҡатын эшләй ул, – Насип етди генә яуапланы.
– Икәүҙеке икәү булыр ине.
– Минең ҡатын шәп ул. Бер урында келәт мөдире, ике урында иҙән йыуа. Тырыша инде.
– Шулай ҙа эш табырға кәрәк.
Танышыма уңыштар теләп хушлаштым. Бынан һуң да һирәк-һаяҡ булһа ла аралашып, һөйләшеп торҙоҡ. Күңеленә ятҡан эш таба алмай аҙаплана. Бер урында – ярты йыл, икенсеһендә – өс, өсөнсөһөндә бер ай түҙгән. Эштән китеүенең сәбәптәре лә төрлөсә: береһендә ниндәйҙер иҫкәрмә яһағандар, икенсеһендә гел аяҡ өҫтө торорға тура килгән йә ауырып киткән.
Йәнә бер осрағанда танышым йүнле генә эш таба алмауына зарланғас, үҙемдең янға, балалар баҡсаһына, эшкә саҡырҙым.
– Беҙҙә буш урын бар. Яңыраҡ ҡына бер ҡарауылсы китте.
– Шулаймы? Ҡайһылай һәйбәт! Нисек эшләргә?
– Бер төн эшләйһең, ике көн ял, – тип таныштырам Насипты. – Хатта ашарға ҡалдыралар.
– Ысынмы? Быныһы бигерәк тә яҡшы. – Яҡташымдың күҙе бәзләп китте. – Ашайһың да йоҡлайһың – ҡайһылай шәп!
Насипты үҙемдең янға алыуға үҙем дә ҡыуандым. Кәрәк булһа, бер-беребеҙҙе алмаштырырға уңайлы булыр, сөнки был минең төп һөнәрем түгел. Әлегә лә баяғы, иш янына ҡуш булһын тип урынлашҡайным. Үҙ кешең үҙ булыр әле.
Шулай итеп, Насип эш башланы. Тәүге төндә ойоп ҡына киткәйнем, телефон шылтыраны. Яҡташым ине.
– Ҡара әле, ике тоҡ бәрәңге килтерҙеләр. Нисек керетәйем икән? – тип һораны Насип.
– Нисек тип ни, күтәрәһең дә индерәһең.
– Нисек күтәреп? Бик ауыр ҙа ул. Билде ауырттырып ҡуйһам.
– Күтәрә алмаһаң, һөйрәтеп индер.
– Ярай.
Таң алдынан телефон шылтырағанға йәнә ҡотом осоп уяндым. Туғандар менән бер-бер хәл булмағайы. Ҡараһам, әлеге лә баяғы Насип.
– Һөт, ҡаймаҡ килтерҙеләр, нимә эшләтәйем?
– Һыуытҡысҡа ҡуй.
Бер көн эшкә сыҡты танышым, ике көн ял иткәс, тағы ла. Өсөнсө көнгә тағы шылтырата:
– Мин бөгөн бармайым, – тимәһенме!
– Нисек инде улай?
– Йоҡлап булмай бит. Инде ойоп киттемме тиһәм, ун икеләрҙә һөт килтерәләр, ә таң алдынан тәмле йоҡоно бүлеп – икмәген. Мин иртән рәхәтләнеп йоҡламаһам, кеше түгелмен. Ә йоҡламау организм өсөн зарарлы. Ҡыйығың китеп барһа, кемгә кәрәкһең?! Шул ла булдымы эш. – Яҡташым тағы әллә нимәләр әйтеп зарланыр ине лә, башҡаса тыңлай алманым...